Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Декабрь 2020, 14:43

Башҡортостанда быйыл коронавирус менән көрәшкә яҡынса 20 миллиард һум йүнәлтелде

Башҡортостанда 2020 йылда коронавирус менән көрәшкә яҡынса 20 миллиард һум йүнәлтелде.

Бөгөн премьер-министр Андрей Назаров республика бюджетынан яңы коронавирус инфекцияһы эпидемияһына ҡаршы көрәшкә ҡаршы бүленгән сығымдарҙың дөйөм суммаһын әйтте. Уның һүҙҙәренсә, быйыл һаулыҡ һаҡлауға сығымдар беренсе урында. «16 миллиард һум өҫтәмә аҡсаны тотондоҡ та инде, ләкин алдағы сығымдарҙы иҫәпкә алып, 20 миллиард һум самаһы була. Шуның өстән бер өлөшө тиерлек – федераль, ҡалғаны – республика аҡсаһы. Был – ғәйәт ҙур сығымдар, ләкин кешеләрҙең ғүмере мөһимерәк», — тип билдәләне Андрей Назаров. Премьер-министр ошо суммаға ике ковид-үҙәк төҙөлөшөнөң хаҡы, шулай уҡ дарыуҙар һатып алыу һәм табиптарға өҫтәмә түләүҙәр индерелгәнен өҫтәне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү өсөн Башҡортостан бюджетынан 2,19 миллиард һум бүленде, шуның 1,4 миллиарды – төҙөлөш-монтаж эштәренә, 795,6 миллионы – медицина һәм башҡа ҡорамал, йыһаз, башҡа хужалыҡ инвентары, автотранспорт һатып алыуға. Зубов ауылында инфекция үҙәген һалыуға бөтәһе 1,8 миллиард һум тотонолдо. Шуның 971 миллионы – төҙөлөш-монтаж эштәренә, 826 миллионы үҙәкте медицина ҡорамалы менән йыһазландырыуға йүнәлтелә. https://www.bashinform.ru/news/1533193-v-bashkirii-na-borbu-s-covid-19-v-2020-godu-napravleno-okolo-20-mlrd-rubley/
Читайте нас: