...2020 йылдың апреленән декабренә тиклем Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пеня һәм штраф һалынмай. 2021 йылдың 1 ғинуарынан иһә йыйылған бурыс өсөн пеня һәм штраф һалыу тергеҙелә. Ҡануниәткә ярашлы, пеня бөтә бурыс, шул иҫәптән 2020 йыл өсөн дә һалынырға тейеш. Өҫтәмә сығымдар булмаһын өсөн бурысҡа юл ҡуймаҫҡа, әгәр йыйылып китһә, билдәләнгән ваҡытта түләп бөтөрөргә кәрәк. Ауыр финанс хәлендә ҡалған граждандар өсөн бурысты һәм ағымдағы сумманы бүлеп түләү механизмы ҡаралған. https://www.bashinform.ru/news/1533013-s-yanvarya-2021-goda-vozobnovitsya-nachislenie-peni-za-prosrochku-oplaty-kommunalnykh-uslug-/