Аукцион 2021 йылдың 12 февраленә тәғәйенләнгән, тип хәбәр ителә һатыулашыуҙың рәсми сайтында. Башланғыс хаҡы – 498,2 миллион һум. Дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метрлыҡ 35 бина, шул иҫәптән складтар, гараж, трансформатор станцияһы һатыла. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Башҡортостан» нәшриәтенең (Матбуғат йорто янында) бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылды. 356 миллион һумдан ашыулыҡ бурысты «Төбәк фонды» дәүләт компанияһы ҡапланы. Октябрь проспектындағы бина кредиторға залогҡа тапшырылды. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында белдереүҙәренсә, «Китап» нәшриәте үҙенең юридик статусын һаҡлап ҡала һәм республиканың стратегик предприятиелары исемлегендә иҫәпләнә. Алдан уның етештереү ҡеүәттәрен «Башҡортостан» нәшриәте майҙансығына күсереү, хеҙмәткәрҙәрҙе Матбуғат йортона урынлаштырыу планлаштырылғайны. https://www.bashinform.ru/news/1532708-v-ufe-prodayut-zdanie-izdatelstva-kitap-nachalnaya-tsena-pochti-0-5-mlrd-rubley/