Күләмле сара һөнәрселәрҙе, оҫталарҙы, көнкүреш әйберҙәре, этник кейем-һалым, биҙәүестәр, сувенирҙар әҙерләү өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙы берләштерә. «Был – халыҡ таланттары һәм ижад байрамы, уның төп геройҙары – яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән оҫталар, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты башлығы Римма Бойцова. – Форум эшендә республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек вәкилдәр ҡатнаша. Беҙ федераль спикерҙарҙы ла саҡырҙыҡ». Эшлекле программала – федераль эксперттар ҡатнашлығында тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар. «Һөнәрҙәр аҙналығы» барышында «Йыл һөнәрмәне – 2020» республика конкурсына, ауыл һәм экологик туризм өлкәһендәге проекттар конкурсына йомғаҡ яһала, шулай уҡ республиканың халыҡ художество кәсептәре продукцияһы күргәҙмәһе була. Форумдың иң сағыу ваҡиғаһы – «Йыл һөнәрмәне – 2020» республика конкурсының йомғаҡлау этабы. Еңеүселәр 12 декабрҙә бүләкләнә. «Һөнәрҙәр аҙналығы»н Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы ойоштора. Бөтә саралар ҙа санитар-эпидемиологик нормаларға ярашлы уҙғарыла. «Һөнәрҙәр аҙналығы»н үткәреү урыны — ВДНХ «ЭКСПО». https://www.bashinform.ru/news/1532541-v-bashkirii-otkrylas-nedelya-remyesel/