Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2020, 16:30

“РӘСӘЙҘӘ “ХӘЛӘЛ ИПОТЕКА” ҺӘМ ИСЛАМ БАНКТАРЫНА ҺОРАУ БАР”

Өфөлә үткән “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” сиктәрендә Рәсәйҙә “хәләл ипотека” индереү хаҡында һөйләштеләр.

“Хәләл ипотека” тигәндә торлаҡ алыуҙы шәриғәт нормалары буйынса финанслау күҙ уңында тотола, йәғни ссудаға процент түгел, ә тауарҙың үҙҡиммәте менән уны һатыу хаҡы араһындағы өҫтәлгән хаҡ (наценка) һалына. – Рәсәйҙә “хәләл ипотека” һәм ислам банктарына һорау бар. Рәсәй Үҙәк банкында уларҙы индереү мөмкинлеге ҡарала. Әле унда был мәсьәләне өйрәнгән һәм Рәсәй ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүҙе әҙерләгән махсус комиссия булдырылған, – ти Дәүләт Думаһы депутаты Рәсүл Боташев. Хәләл иҡтисады донъяла бик шәп үҫешә. 2019 йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәләл продукция әйләнеше 2,2 триллион АҠШ долларынан артҡан. 2024 йыл аҙағына уның 3 триллион АҠШ долларына тиклем артыуы күҙаллана. Рәсәй президенты Владимир Путин 2024 йылға тиклем Рәсәй хәләл продукцияһы экспортын 20 миллиард долларҙан 45 миллиард долларға арттырырға ҡушҡан. – Хәләл темаһы аҙыҡ-түлеккә генә ҡағылмай, ул – тормош рәүеше. Бындай бизнестың үҫеше ҡулланыусыларҙың ышанысынан тора, шуға ла уны рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе иҫәптә тотоп алып барырға кәрәк, – ти Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинов.
Гөлшат Ҡунафина.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/R-s-y--h-l-l-ipoteka--m-islam-banktarina-orau-bar-582607/
Читайте нас: