Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2020, 16:24

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ урамда һатыу иткән өсөн штраф 150 мең һумға еткерелә

18 декабрҙән Башҡортостанда Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр көсөнә инә.

Ноябрь аҙағында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо төҙәтмәләрҙе хупланы. Атап әйткәндә, яңылыҡтар урамда сауҙа иткән йәки тәғәйенләнмәгән урында көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн штрафты байтаҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Тейешле документҡа Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйҙы. Документ тексынан күренеүенсә, хәҙер граждандарға – 500 һум-3 мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, ойошмаларға 40-100 мең һум штраф һалына. Законды ҡабаттан боҙған осраҡта штраф граждандарға – 5 мең, вазифалы кешеләргә – 50 мең, ойошмаларға 150 мең һумға тиклем арттырыла. Парламент спикеры Константин Толкачев фекеренсә, был проблема ҙур ҡалалар, тәү сиратта республиканың баш ҡалаһы өсөн айырыуса көнүҙәк. Халыҡҡа ҙур күләмдә штраф һалыу мөмкинлеге был хәлде ҡырҡа үҙгәртерг тейеш. https://www.bashinform.ru/news/1532084-v-bashkirii-shtrafy-za-nezakonnuyu-ulichnuyu-torgovlyu-vyrastut-do-150-tysyach-rubley/
Читайте нас: