Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2020, 12:36

Өфө – Белорет юлында 130 миллион һумға заманса юл буйы комплексы төҙөлә

Өфө – Инйәр – Белорет юлында «Ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Архангел районы биләмәһендә юл буйы сервисы төҙөй.

Проект Башҡортостан Башлығы үткәргән «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим ителде. Компания директоры — 32 йәшлек Тимерғәле Ураҙғолов кафеһы, ҡунаҡханаһы, фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү урыны, балалар майҙансығы, мәсете, автомобиль туҡталҡаһы булған комплекс төҙөргә ниәтләй. Бурысҡа аҡса алыу планлаштырылмай, инвестор үҙенең 130 миллион һум аҡсаһын һала. Объект 85 эш урыны булдырырға мөмкин. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, компания 1,15 гектар ерҙе ҡуртымға алған да инде, унда проектлау-тикшеренеү эштәре бара. Инвестор проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе һәм транспорт, инженерлыҡ инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы һораны. Төҙөлөш эштәрен 2021 йылдың февраль-март айҙарында башлау күҙаллана. «Был трассала заманса юл буйы объекттары аҙ. Шуға күрә сәйәхәтселәрҙең туҡтап, алыҫ юлға сығыр алдынан рәхәтләнеп ял итеү урыны булһын өсөн уны йәнләндерергә кәрәк. Проектты хупларбыҙ», – тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе Радий Хәбиров. Башҡортостанда юл буйы сервисы объекттарын төҙөү проекты тормошҡа ашырыла. Инвесторҙар өсөн дәүләт ярҙамы саралары булдырылған: паспорттар менән ер участкалары исемлеге әҙерләнгән, Инвестпорталда айырым бүлек бар. https://www.bashinform.ru/news/1530259-na-doroge-ufa-beloretsk-postroyat-pridorozhnyy-kompleks-s-mechetyu-na-130-mln-rubley/
Читайте нас: