Иҡтисад
12 Января 2020, 10:54

Ҡурҡмаһағыҙ ҙа була, сифаты яҡшы, тиҙәр

Рәсәйҙең сифат системаһы (Роскачество) белгестәре оҙайлы тикшеренеүҙәрҙән һуң, иң сифатлы Рәсәй тауарҙарын билдәләгән.

Баҡһаң, беҙҙә бик сифатлы туңдырма, кондитер ризыҡтары, үҫемлек майы, үҙебеҙҙең иген һәм ондан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек етештерелә икән.
Роскачество башлығы Максим Протасов “Российская газета”ға шулай тип интервью биргән.
Беҙҙә ҡош ите лә юғары сифатлы. Европа менән Американан килгән иттәр тәмһеҙерәк тә, сифаты яғынан да ҡайтыш. Киреһенсә, Латин Америкаһында Рәсәйҙән күпләп ит алалар.
Түңәрәк дөгө буйынса ла беҙ башҡалар (айырыуса АҠШ) менән уңышлы рәүештә ярыша алабыҙ.
Әле Рәсәй етештереүселәре юғары сифатлы сыр һәм шарап эшләргә өйрәнеп килә. Кем әйтмешләй, так что белеп ҡуйығыҙ.
Фото:vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ur-ma-a-i--a-bula-sifati-ya-shi-ti-r-69733/
Читайте нас