Иҡтисад
9 Января 2020, 07:10

Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдиновтың исемен мәңгеләштереү тәҡдиме бар

Ғүмер юлын яҡшы ғәмәлдәр менән лайыҡлы үткән шәхес билдәле табип - Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов хаҡында ҡыҙы Индира йылы хәтирәләр һаҡлай.

Был арҙаҡлы башҡорт хирургының ҡырҡ дүрт йыл дауамында ҡулында скальпеле булһа, ә быныһы уның яратҡан аҡыл эйәһе Ғүмәр Хәйәм китабы. Яҡташтары, Венер Ғәзиз улын яҡындан белгән ауылдаштары уның хаҡында үткән заманда һөйләй алмай.
Өфөлә Венер Сәхәүетдиновтың эҙҙәре һаҡланған урамдар, уның тәҡдиме менән асылған 21-се дауахана, микрохирургия, колопроктология бүлектәре... Рәсәйҙең иң оҫта хирургы булып танылған профессор Мәхмүт Тимербулатов бөгөн остазының эшен лайыҡлы дауам итә.
Венер Ғәзиз улы Башҡорт дәүләт медицина институтын ил кимәлендә алдынғы юғары уҡыу йорт йорто булараҡ үҫтереүгә лә күп көс һала. Уның тәҡдиме менән ике факультет асыла, уҡыу корпустары, ятаҡтар төҙөлә. Ниндәй генә яуаплы вазифала эшләмәһен, ғалим ғәмәли эшмәкәрлеген фән менән бергә алып бара. Абруйлы ғалим медицина өлкһәнедә һигеҙ фән докторы, 40 кандидат әҙерләй. Бөгөн Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы башҡорт халҡының арҙаҡлы улының исемен мәңгеләштереү тәҡдиме менән сығыш яһай.
Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов республика парламентының тәүге өс саҡырылышы депутаты ла. Эскелеккә һәм тәмәке татрыуға ҡаршы проекттарҙы, милләт һаулығын хәстәрләүҙе ул ил кимәлендә беренселәрҙән булып тәҡдим итә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығына арналған китапта депутат Венер Сәхәүетдиновтың эшмәкәрлегенә айырым урын бүленәсәк тик күҙаллана. Республикала, Рәсәйҙә һәм донъяла билдәле ғалим ҡалдырған фәнни, ғәмәли, хоҡуҡи, әҙәби һәм рухи мираҫ бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә.
Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов исемен мәңгеләштереү өлкәһендә эшләнәһе эштәр байтаҡ. Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы уның исемен ул үҙе эшләгән 21-се клиник дауаханаһына биреү, дауахана алдында һәйкәлен ҡуйыу, Өфө урамдарының береһенә уның исемен биреү тәҡдиме менән сығыш яһай.
Автор: Гүзәл Борханова.
Читайте нас