Владимир Путин халыҡтың реаль килеме түбән булыуына бик борсола. Мөрәжәғәтнамәлә ана шул тема, әлбиттә, күтәреләсәк, проблеманы хәл итеү юлдары күрһәтеләсәк. Эш Президент ҡушыуында ғына тороп ҡалмаһа ярай ҙа.
Ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш башлау хаҡында әллә ҡасандан уҡ белдерелгәйне шикелле. Байҙар тағы байый, ә ярлылар нишләй икән, тип ҡыҙыҡһына халыҡ.
Путин Мөрәжәғәтнамә менән 15 ғинуарҙа сығыш яһаясаҡ.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова