Иҡтисад
5 Ғинуар 2020, 04:47

110 автобус юлға сыға

Быйыл төпкөл ауылдарға ла автобустар барып етер, моғайын. Шулай уҡ Өфөгә яҡын биҫтәләр һәм ҡасабаларға ла машинаһы булмаған кеше йәмәғәт транспорты менән анһат ҡына йөрөй аласаҡ.

Тиҙҙән 11 яңы маршрут асыла, уларҙа 110 автобус эшләйәсәк.
Баш ҡаланың “Ағиҙел”, “Көмөш шишмә” биҫтәләренә, Жилино, Нуғай, Йылҡыбай, Федоров, Забельский, Никольский ауыл-ҡасабаларына йөрөү бынан ары проблемалы булмаясаҡ. Әле, “нелегалдар”ҙы туҡтатыу сәбәпле, транспорт менән бер аҙ ҡыйынлыҡ килеп сыҡҡайны. Быйыл ул мәсьәлә мотлаҡ хәл ителәсәк.
Әйткәндәй
Быйыл ҡала электричкаһы ла яңы проект буйынса үҫәсәк. Электропоезға машинаңды махсус туҡталҡала ҡалдырып йә автобустан күсеп ултырыу ҙа мөмкин буласаҡ.
Фото: ufaved.info
Йәшлек гәзите
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас