Иҡтисад
4 Января 2020, 09:07

Республика халҡы ял итһә лә...

Республика халҡы өсөн ял көндәре булһа ла, төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошо ҡайнап тора.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Граждандарға булышлыҡ итеү фонды советын раҫланы. Фондтың генераль директоры итеп Люция Юлуева тәғәйенләнде.
Шулай уҡ совет составына Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамиль Вәлиев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, "Башинформ" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, республика Башлығы эштәр идарасыһының беренсе урынбаҫары Гүзәл Насирова инә.
Попечителдәр советы составына республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, республика Башлығының эштәр идарасыһы Роман Ребров һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров инде.
Фонд бюджеты 140 миллион һум тип билдәләнгән. Уның 40 миллион һумы конкурс нигеҙендә йәмәғәт өсөн мөһим булған программаларға йүнәлтеләсәк, 50 миллион һумы - Башҡортостан Башлығы грантына, 50 миллион һумы - республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/common_material/Respublika-hal-i-yal-it--l-61932/
Читайте нас