Иҡтисад
3 Января 2020, 14:59

Радий Хәбиров попугай менән ниндәй мәсьәләлә кәңәшләшмәксе?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә тағы бер шәхси фотоһы менән таныштырған. Был юлы ғаиләнең йәнә бер ағзаһы - попугай тураһында һүҙ бара.

“...Был минең тағы ла бер дуҫым, уның менән 2020 йылға пландар тураһында фекер алышабыҙ...” - тип яҙған фото аҫтына Радий Фәрит улы.
Социаль селтәрҙән файҙаланыусыларҙың республика Башлығының попугай менән ниндәй мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүен, ниндәй пландар ҡороуын белгеһе килеп, башы ҡата, фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Хатта берәүһе: ” Өфөлә транспорт реформаһын нисек ахырынаса еткереү һәм ҡыш урамдарҙы таҙартыу мәсьәләһен күҙ уңында тотһондар ине”, - тип тәҡдим дә индергән. Уға “төбәк етәксеһен борсоған мәсьәләләр был ғына түгелдер, моғайын, быларҙан да етдиерәктәре күптер” тип яуаплағандар.
Радий Фәрит улының йор һүҙлелеге, тапҡырлығы барыбыҙға ла яҡшы билдәле. Ниндәй генә ҡатмарлыҡтар тыуғанда ла, уның киҫкен мәсьәләләрҙе бар халыҡ менән берлектә хәл итәсәге көн кеүек асыҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығының шәхси архивынан.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/Radiy-H-birov-popugay-men-n-nind-y-m-s-l-l-k--shl-shm-kse-62499/
Читайте нас