Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ғинуар 2020, 11:00

Радий Хәбировтан – 3 миллион 250 мең һумлыҡ яңы йыл бүләге

28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Туймазы районында. Радий Хәбиров төбәктең йәшәйеше, эшмәкәрлеге менән таныша.

Ул “Туймазы-Арена” боҙ комплексында ла булды. Был – универсаль спорт бинаһы 2013 йылда “Башнефть” ярҙамы менән асылған.

Арена базаһында спорт мәктәбе лә эшләй. Бында 787 бала шөғөлләнә. Шуның икәүһе – шайбалы хоккей менән фигуралы шыуыу – буйынса дәрес-күнекмәләр комплекста үтә.

Әйткәндәй, “Туймазы-Арена” билдәле хоккейсы, тренер, комментатор, “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Сергей Ғимаевтың исемен йөрөтә.

Радий Хәбиров йәш хоккейсылар һәм фигуралы шыуыу серҙәрен өйрәнеүселәр менән аралашҡандан һуң, уларға яңы йыл бүләге эшләне: хоккей инвентары һәм башҡа ҡорамалдар алыу өсөн өс миллион 250 мең һумға торошло сертификат тапшырҙы.

Фото: "Башинформ".

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birovtan--3-million-250-me--umli-ya-i-yil-b-l-ge-57704/
Читайте нас: