Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев сәнәғәт секторының уҙып барған йылдың 11 айындағы эше тураһында доклад менән сығыш яһаны. Әйтәйек, республикала 2019 йылдың ғинуар-ноябрендә сәнәғәт етештереүе индексы 104,2% тәшкил итте (Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән 1,8 пунктҡа күберәк). Продукция сығарыу күләме 1,6 триллион һумға етте.
Башҡортостан башлығы республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына 2020 йылда власть органдары яғынан иғтибар һәм яҡлау талап иткән предприятиелар менән системалы эшкә күсергә, шулай уҡ индустриаль тармаҡтың проблемалы мәсьәләләрен хәл итеү буйынса тәҡдимдәр һәм механизмдар әҙерләү өсөн «Сәнәғәт сәғәттәре»н ойошторорға ҡушты.