Йәғни, ярҙам алыр өсөн, ҡайһы бер талаптарҙы үтәргә кәрәк, улар, дөрөҫөн әйткәндә, тәү ҡарашҡа үтәй алмаҫлыҡ кеүек күренә. Әммә етди һәм аныҡ ҡарарҙары булғандар өсөн улар тормошҡа ашырлыҡ.
Тәү сиратта, конкурста ҡатнашыу өсөн инициатив төркөм булдырып (кәмендә биш кеше), кәрәкле документтар пакеты йыйыу зарур.
- Иң мөһиме, проектыңды яҡлауға һәйбәт әҙерләнергә, шөғөлләнергә теләгән эшмәкәрлек төрөн ентекле өйрәнергә, үҙ-үҙеңә ышанырға һәм ныҡышмалы булырға кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы консультациялау үҙәгенең ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү бүлеге начальнигы Әлфиә Гәрәйшина район халҡы менән сираттағы тапҡыр осрашҡанда. Улар уҙған шишәмбе көндө Йәшергән һәм Ҡабыҡҡыуыш ауылдарында үтте.
Йәшергән ауыл биләмәһе фермерҙары өсөн бындай программалар таныш. Шуға ҡарамаҫтан, улар берләшергә һәм яңы кимәлгә сығырға кәрәкме тигән һорауға яуап бирергә ҡыйынһынды. Бында Әлфиә Мәүлет ҡыҙы ҡайһы бер идеялары менән уртаҡлашты, мәҫәлән, мал һуйыу цехы төҙөргә йәиһә ярымфабрикаттар әҙерләү менән шөғөлләнергә мөмкин.
- Йүнәлештәр бихисап: емеш-еләк йыйыу, киптереү, йәшелсәләрҙе, шул иҫәптән ит, һөт эшкәртеү,картуф таҙартыу һәм төргәктәргә һалыуҙан башлап, эшкәртеүгә тиклем. Бөгөн республикала 323 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән, шуларҙың 116һы ағымдағы йылда, - тип дауам итте белгес.
Бер фермерҙың фекере буйынса, идея һәйбәт. Әммә йөкләмәләр һәм талаптар бик күп. Кооператив ойошторғанда һәйбәт булыр ине ул, ти ул, әммә программаның шарттары яҙылған 16 позиция туҡтата.
Һис шикһеҙ, улар бар, һәм аҙ түгел. Әммә ярҙам да һиҙелерлек. Бынан тыш, бүленгән аҡсаны кәрәкле ҡорамал ғына түгел, техника һатып алыуға ла йүнәлтергә мөмкин.
Беҙҙең районда Рөстәм Әхмәтов менән Лилиә Мөхәмәтйәрова ошондай проектты тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыусылар булды. Улар яҡынса 5 млн. һум дөйөм суммаға гранттар алды. Бөгөн иһә ҡорамалдар һатып алыу менән мәшғүл.
Үҙәк вәкилдәре менән осрашыуға килгән ҡабыҡҡыуыштар тәүҙә был проектты бик ризалашмай ҡына ҡабул иттеләр. Әммә әңгәмә барышында программаның эшләүе, ауыл биләмәләрен иҡтисади йәһәттән үҫтереү, эш урындары булдырыу, алыпһатарҙарҙан тыш, продукцияны һатыу мөмкинлеге биргән асыҡ миҫалдар килтерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала шулай уҡ эш башлаусы фермерҙарға ярҙам өсөн «Агростартап» проекты эшләүен дауам итә.Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.