Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Декабрь 2019, 14:51

Владимир Путин - "Йәшел йорт"та

Рәсәй Президенты Адыгея Республикаһындағы теплица комплексында булып, сәскә үҫтереү серҙәре менән танышты.

"Йәшел йорт" предприятиеһы йыл әйләнәһенә раузалар үҫтереү менән шөғөлләнә. Ҡышын ябыҡ тупраҡта үҫтерелһә, йылы миҙгелдә асыҡ һауала шаулап сәскә ата гөлдәре. Бында бөтә нәмә автоматлаштырылған, юғары технологиялар менән йыһазландырылған. Теплицала һыу таҙартыусы заманса системалар ҙа ҡуйылған. Йәғни әйләнә-тирәлә һәммәһе лә экологик яҡтан таҙа.

Владимир Путинға ҙур күргәҙмә лә әҙерләгәйнеләр. Унда Адыгеяла етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары ҡуйылған. Ил башлығы сырҙарҙы, колбаса, икмәк, май һәм һөт продукцияһын бик иғтибарлап ҡараны.

Фото: Кремлин.ру

Яңылыҡ авторы: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin--Y-shel-yort-ta-53297/
Читайте нас: