Сысҡандарҙың ниндәйе генә юҡ: Батша-сысҡан, эргәһендә - Батшабикә, татыу сысҡандар "ғаиләһе", Ҡыш бабай-сысҡан һ.б.
"Энергияһы ташып торған әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар коллективы булғас, бындай конкурстарҙы үткәреү бер ни түгел. Артып ҡалған ҡул аҫтындағы материалдарҙан ғына бына ошондай матурлыҡ тыуҙырҙылар. Иҫке шәшке тун, джинсы, пальто, күлдәк, күн әйберҙәр, хатта ҡорғандар ҙа ярап ҡалған. Бер цех та ситтә тороп ҡалманы, ҡайһы берәүҙәр ике-өс эш тәҡдим итте", - ти Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко.
Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Учалы тегеү фабрикаһы хеҙмәткәрҙәренең кәйефе күтәренке, байрамды ҡаршы алырға улар күптән әҙер: фантазияға бай ҡыҙҙар фабрика биләмәһе уртаһына Яңы йыл хужалары өсөн өҫтәл ҡуйған, уның түренә ҙур киҫәк "сыр" һалғандар һәм биш тиҫтәгә яҡын "сысҡан"ды теҙеп ултыртып сыҡҡандар.