Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Декабрь 2019, 11:25

Ишембай ойоҡ фабрикаһы буйынса

Ишембайҙан республика башлығына ҡалалағы ойоҡ фабрикаһына иғтибар итеүен һорап яҙҙылар. Уларҙың әйтеүенсә, фабрикала даими рәүештә эш урындары ҡыҫҡартыла, арбитраж суд тарафынан банкротлыҡ билдәләре барлығы раҫланған, производство майҙансыҡтары һәм ҡорамалдары төрлө кешеләргә һатылған: "Предприятие юҡҡа сыға, ә прокуратура, тәфтиш органдары был факттарға күҙ йома, ябай халыҡ эшһеҙ ҡала, бюджетҡа һалымдар инеп етмәй".

Был мөрәжәғәткә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов яуап бирҙе:

Әлеге ваҡытта райондың бөтә еңел сәнәғәт өлкәһе, шул иҫәптән Ишембай ойоҡ фабрикаһы ла ауыр ваҡыттар кисерә. Тәү сиратта был тауар баҙарында етештереүселәрҙең осһоҙораҡ продукцияһын һатҡан сауҙа селтәрҙәренең, нөктәләренең артыуы менән бәйле.

Фабрика артабан эшләһен өсөн предприятие етәксеһе тарафынан төрлө саралар күрелә: оптимизация менән бер рәттән продукцияның яңы дизайны өҫтөндә эшләү бара.

Хужаларҙың эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһаны биреү иһә хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары ҡарамағында".

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ishembay-oyo-fabrika-i-buyinsa-45174/
Читайте нас: