-6 °С
Ҡар
Республика етәкселеге мөрәжәғәтте иғтибарға алып, урамға асфальт түшәтеү эшен “Тыуған урам” республика программаһына индерҙе.
Аукцион шарттарына ярашлы, подрядсы бурыстарын үҙ иңенә йөкмәгән Силәбе ҡалаһының “РегионТранс” предприятиеһы эштәрҙе башлаған да. 3,9 километр тәшкил иткән участокка асфальт түшәү ике этапта башҡарыласаҡ. Әле ерҙе тигеҙләү, Саңғалыҡ диорит карьерынан ҡырсынташ ташып түшәү эштәре башҡарыла. Асфальт яҙ айҙарында түшәләсәк.
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/intsident/s-auildi-asfalt-yul-berl-shter-s-k-36209/