Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2019, 23:40

Башҡортостанда яңы йылдан үҙмәшғүлдәр өсөн ябайлаштырылған һалым индерәләр

Рәсәй президенты Владимир Путин үҙмәшғүлдәр өсөн һалым буйынса экспериментта ҡатнашырға тейешле төбәктәр исемлеген киңәйтте.

2020 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда ла ошо яңылыҡ үҙ көсөнә инә. Исемлектә илдең тағы 18 субъекты: Санкт-Петербург, Ленинград, Түбәнге Новгород, Төмән өлкәләре, Краснодар һәм Пермь крайҙары, Югра һәм башҡалар бар.
2019 йылда Мәскәүҙә, Мәскәү, Калуга һәм Ростов өлкәләрендә, Татарстанда үҙмәшғүлдәр өсөн профессиональ һалым индерелде. Рәсәйҙәр Мотлаҡ медицина страховкалау фондына страховка взностары түләй, улар пенсия фондына тотоп алып ҡалынмай.
Белешмә:
Үҙмәшғүлдәрҙең эш биреүсеһе һәм ялланма эшселәре юҡ, йәғни улар – шәхси хеҙмәт эшмәкәрлегенән килем алған граждандар. Законда бындай граждандарҙың һөнәрҙәр исемлеге яҙылмаған. Ҡағиҙә булараҡ, улар – фрилансерҙар, репетиторҙар, бала ҡараусылар, ауырыу ҡараусылар, фотографтар, блогерҙар, өй кондитерҙары, водителдәр, репетиторҙар һәм хатта торлаҡты ҡуртымға биреүселәр.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас в