Стэрлебаш шишмэлере
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2019, 15:05
Яңы йылға иң шәп бүләк булыр
Республика социаль- иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы БР Башлығы Указына ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала 200 мең ғаилә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар менән тәьмин ителергә тейеш.
2018 йылдың 1 ғинуарынан извещателдәрҙе сабыйы тыуған һәр бер ғаилә бушлай ала башланы. Бынан тыш, бындай минисиреналар янғындарҙа үлем осраҡтарын кәметеү һәм профилактикалау маҡсатында, республикала социаль яҡтан хәүефле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә бушлай бирелә.
Ошо ҡорамалдар арҡаһында ғына республикала 325 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Янғын һүндереүселәр, ул һәр өйҙә булырға тейеш, тип иҫәпләй. Ҡорамалдың хаҡы – 250 һум. Уның ҡайһы берҙәрен, ут сығыуын иҫкәртһен өсөн, телефонға ла тоташтырырға мөмкин.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-i-yil-a-i-sh-p-b-l-k-bulir-37488/
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде