Стэрлебаш шишмэлере
-29 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2019, 15:45
Башҡортостан спорт үҫеше буйынса Рәсәйҙә – беренсе!
Беҙҙең республика Рәсәй региондары араһында спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп, Милләт-ара спорт премияһына лайыҡланды.
Шул уңайҙан Мәскәүҙә уҙған сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бүләкте тапшырҙылар. Жюри ағзалары Өфөнә маҡтап, уны Рәсәй ҡалалары араһында ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйынын уңышлы үткәргән берҙән-бер төбәк тип баһаланы. Шулай уҡ респубкабыҙҙа күмәртәләп спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең йылдан-йыл артыуы, төрлө спорт сараларының уңышлы үтеүе билдәләнде.
«Был бүләк меңәрләгән тренерҙарға, физик культура уҡытыусыларына, спортсыларға һәм ветерандарға киләсәккә ҙур этәргес булыр», тине Республика Башлығы.
Шулай уҡ Салауат ҡалаһының «Алмаз» спорт комплексы иң яҡшы Рәсәй спорт объектарының финалына сыҡты.
Рәсәй региондарының төрлө спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған 18 еңеүсеһе берәр миллион аҡса менән баһаланасаҡ.
Фото:ТАСС
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-sport--eshe-buyinsa-R-s-y---berense-38279/
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас в