- Транспорт – тағы ла бер “яу яланы”. Мин был яуҙы асҡанда, нимәгә осрарымды яҡшы аңланым. Коррупциялы банда системаһы менән эш итеремде белә күрә, тотондом.
Беҙ уңайлы автобустар алдыҡ. Оҫта водителдәр йыйҙыҡ. Тутыҡҡан “ПАЗ”дарҙы Өфө урамдарынан сығарасаҡбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, легаль эшләмәгәндәрҙе бер төндә алырға була. Әммә быны тыныс шарттарҙа, этаплап эшләйәсәкбеҙ. Сөнки, беренсенән, алмашҡа кемдәр, ниндәй автопарк менән килерен аңларға, икенсенән, был “ПАЗ”дарҙа ла кешеләр эшләй, уларға законлы рәүештә аҡса табырға мөмкинлек бирергә кәрәк.
Тулы ышаныс менән әйтәм – Өфө һәм бөтә республика транспорты илдә иң яҡшылар рәтенә инәсәк. Беҙ уны үҫтерәсәкбеҙ, шул иҫәптән шәхси пассажир ташыусылар ярҙамы менән дә. Тик уларҙың сифатлы һәм намыҫлы эшләргә әҙер булыуы шарт.
“Башавтотранс”ҡа бурыс йөкмәттем: Өфөнө – район үҙәктәре менән, район үҙәктәрен барлыҡ ауылдар менән даими рейс аша тоташтырырға, - тине Радий Хәбиров.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-Respublika-transporti-ild-i-ya-shi-i-bulasa-34612/