БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, был мониторинг системаһы бөтә Рәсәй территорияһында эшләй. Уны РФ Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре күҙәтеп бара.
Ябай әйткәндә, инцидент социаль селтәрҙәрҙә иң таралған, халыҡ иң күп һөйләгән аһ-зарҙарҙы, проблемаларҙы асыҡлай һәм хәл итеү өсөн яуаплыларға бурыс йөкмәтә. Һәр төбәктә махсус модераторҙар эшләй. Система мөрәжәғәтте (проблеманы) хәл итеү этаптарын да мониторингылай.
Беҙҙә 2019 йылдың 1 ғинуарынан 30 ноябргә тиклем “Инцидент-менеджмент”ҡа 77197 мөрәжәғәт теркәлгән. Иң күбе – июлдә (9957) һәм сентябрҙә (10240).
Иң йыш телгә алынған темалар ҙа билдәле. Беренсе урында юлдар. Уның буйынса 18416 мөрәжәғәт бар.
Артабан төҙөкләндереү (15817), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (11973) проблемалары килә. Уларҙан байтаҡҡа ҡалышып, йәмәғәт транспорты, экология, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф темалары урынлашҡан.
Мөрәжәғәттәр “Бәйләнештә” (71 проценты), Инстаграмм, “Класташтар”, Фейсбук социаль селтәрҙәре аша килә.
Был системаның эш буйынса рейтинг та төҙөлгән. Ул махсус мәрәйҙәр менән иҫәпләнә. Ай һайын башҡарылған эш буйынса 36-ға тиклем мәрәй йыйырға мөмкин.
Тәүге урында 311 мәрәй менән Стәрлетамаҡ килә.
Благовещен, Иглин, Өфө райондары, Сибай ҡалаһы, Мәләүез, Туймазы райондары ла тәүге етәү рәтендә, ”йәшел зонала”.
Штраф мәрәйҙәре лә бар. Улар сифатһыҙ эш, оҙаҡҡа һуҙылған яуап һ.б. шундай мәсьәләләр өсөн ҡуйыла.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең Башҡортостан “Инцидент-менджмент” системаһында эшләү буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙан һанала. Эш юғары кимәлдә бара, иҫкәртеүҙәр юҡ, тип баһалана.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Intsident-menedgment-sistema-inda-eshl--buyinsa-Bash-ortostan-alda-bara-31914/