Әле граждандың төп килеме һаналған пенсиянан кредит, коммуналь түләүҙәр өсөн бурыстар, штраф бурыстары тотоп ҡалына . Социаль түләүҙәргә тейергә ярамай. Закон проекты ыңғай хәл ителһә, ҡағылғыһыҙ килемгә ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса, дәүләт , хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм хәрбиҙәрҙең пенсиялары инәсәк.