Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2019, 14:00

Радий Хәбиров милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса ултырышта ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РФ Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советтың видеоконференция форматындағы ултырышында ҡатнашты. Сараны Премьер-министр Дмитрий Медведев алып барҙы.

Ултырышта "Экология" менән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
- Беҙ был темаларҙы юҡҡа ғына бер сарала ҡарамайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, уңайлы ҡала мөхите ул - яҡшы экологик торош та. Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы илебеҙҙең һәр гражданы өсөн мөһим, - тине Медведев.
Экологик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн маҡсат шул: ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса тотош тармаҡ булдырырға. Ҡайһы бер төбәктәр сүп-сар реформаһы йәһәтенән ҡатмарлылыҡтар кисерә. Бында урындағы етәкселектең иғтибары һәм дөрөҫ ҡарарҙары мөһим.
Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ипотека ҙур роль уйнай. Бөгөн процент ставкалары түбәнәйә, төҙөлөш темптары йылдамлана.
Әйткәндәй
Радий Хәбиров аҙна һайын "сүп-сар реформаһы"н ғәмәлгә ашырыу буйынса оператив кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Әгәр кәрәк булһа, иртә таңдан да, хатта төндә лә эшләргә тейешбеҙ, тип белдергәйне ул.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-milli-proekttar-i--m-lg-ashiriu-buyinsa-ultirishta-atnashti-33206/
Фото: сайт Главы РБ.
Читайте нас: