Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2019, 10:55

Ут бар

Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Дала урамында ошоғаса урам фонарҙары булмаған.

Был турала Гөлдәнә Нуротҡолова ВК-ла Радий Хәбиров сәхифәһенә бына ни яҙҙы: "Урамыбыҙға 15 йылдан ашыу, йорт аша - күп балалы ғаиләләр. Урамда бер генә бөртөк булһа ла ут юҡ, балалар шул сәбәпле секцияларға ла йөрөй алмай, сөнки киске етелә ҡараңғы төшә, күҙгә төртһәң дә, бер ни күренмәҫ. Ә яңы күрше урамдарҙа һәр йорт янында тиерлек урам фонары. Вәғәҙәләр тыңлай-тыңлай, балалар ҙа үҫеп бөттө, хәҙер улар өйләнешеп, үҙҙәре бала үҫтерә, ә урам фонарҙары әлегәсә юҡ. Кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек. Радий Фәрит улы, һеҙҙең ярҙам менән, исмаһам, тотош урамға бер генә фонарь ҡуйһалар ҙа, рәхмәтле булыр инек. Урамыбыҙҙа шулай уҡ асфальт та юҡ, ҡасан булыры ла билдәһеҙ. Цивилизация килеп еткән ауылда йәшәйбеҙ кеүек, әммә ысынында әллә ҡайҙа төпкөлдәге утарҙа йәшәгәндәйбеҙ".

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, был проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә тырышасаҡбыҙ, тигәйне, һүҙендә торҙо: урамда хәҙер ут бар! Асфальт һалыу йылы осорға - киләһе йылға ҡалдырылған.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ut-bar-27368/

Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.

Читайте нас: