Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2019, 11:00

Радий Хәбиров: Уның кеүек эшҡыуарҙарға ярҙам итәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән республиканың төньяҡ райондарына сыҡты. Һәр ерҙәге кеүек үк социаль әһәмиәтле объекттарҙа булды, етәкселек, эшселәр менән осрашты. Ҡалтасыла күргәндәре тураһында "Бәйләнештә" селтәренә яҙма ҡуйырға ла ваҡыт тапты.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә былай тип яҙҙы:

"Вадим Фрасинюк в Калтасах за три года из недействующего предприятия организовал производство, которое
ежедневно перерабатывает до 10 тонн сырого молока и выпускает уже готовое молоко, кефир, катык, творог, сметану и сливочное масло. Эта продукция наша, башкирская, и продаём мы ее в наших магазинах для наших жителей. Причём продукция качественная и вкусная..."

Радий Хәбиров Вадим кеүек аҡыллы, креатив фекерләүсе эшҡыуарҙарға булышлыҡ итргә кәрәклекте белдерҙе. Уны "Инвестиция сәғәте"нә саҡырҙы. "Тәҡдим итә торған нәмәләр бар", - тигән БР Башлығы.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-Uni-ke-ek-esh-iuar-ar-a-yar-am-it-s-kbe-27130/

Фото: vk.com, Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

Читайте нас в