Планетабыҙ йылдан - йыл пластик ҡалдыҡтар менән бысрана. Күп илдәр уны ҡулланыуҙы тыйҙы ла инде. Әммә РФ Экология һәм тәбиғәт байлыҡтары министрлығы тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән пластик стакандар, тәрилкәләр ҡулланыуҙы һәм етештереүҙе туҡтатырға уйламай. Министр Дмитрий Кобылин, Рәсәй былай ҙа бер мәртәбә ҡулланыла торған пластикты етештереүҙе туҡтатып, артыҡ тыйыуҙар менән хәлде киҫкенләштереүебеҙ, эшҡыуарлыҡҡа зыян килтереүебеҙ генә ихтимал, тип һанай.
«Беҙ быға эволюцион юл менән киләсәкбеҙ. Бөгөн сикләүҙәрҙе аҡрынлап индереү һәм тәҡдимдәр тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ», – тип белдергән ул.
Пластик һауыт- һабаны һәм пакеттарҙы тыйыу тураһында экологтар ғына түгел, Роспотребнадзор ҙа сығыш яһағайны.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Plastik-auit-eteshtere-k-metel-s-k-25764/