Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2019, 13:25

"Беҙ дөрөҫ эшләнек"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе Төбәк сәйәси советы президиумының ултырышын уҙғарҙы. Унда партияның XIX съезына һәм “Ҡала мөхите” республика партия форумына, шулай уҡ “Яңырыу 2.0” партия эсендәге фекер алышыуға һөҙөмтә яһалды.

Ултырышта Яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү тәҡдиме ҡаралды. Радий Хәбиров, партия ялған араҡы һатыу урындарын асыҡлауҙа ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне.
- Был закондың нисек тәьҫир итеүе, ошо сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһен анализлау мөһим. Һабантуй мәлендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тәртип боҙоуҙарҙы ҡырҡа кәметте, йәғни беҙ дөрөҫ эшләнек. Мәҙәни һәм спорт сараларын күп тәҡдим итергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк Башлығы партияның Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитетына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлекте башларға ҡушты.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Be-d-r--eshl-nek-25895/
Читайте нас: