Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2019, 10:50

50 иҫәбендә беҙ ҙә бар, аҡса аласаҡбыҙ!

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев илдең 50 төбәгенә 45 миллиард һум грант бүлеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Аҡса иң һөҙөмтәле эшләгән төбәк етәкселәре һәм власть органдары булған субъекттарға эләгә. Исемлектә Башҡортостан да бар.

Грант ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы күрһәткестәр буйынса билдәләнгән. Рейтинг талаптары ярайһы ғына ҡаты булған.

Иң ҙур сумма Ҡырым Республикаһы, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Краснодар крайына бирелә. Улар иң һөҙөмтәле эшләүселәр, тимәк. Тәүге икәүһенә сумма 1,5 миллиард һумдан ашыу булһа, крайға 1,4 миллиард бүленә.

Беҙҙең республика иһә 1,2 миллиард һумдан ашыу дотация аласаҡ. Теп-теүәл әйткәндә - 1279535,4 миллион һум.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/50-i-bend-be---bar-a-sa-alasa-bi-26083/

Фото: Т. Аманов.

Читайте нас: