Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2019, 13:20

Владимир Путин "Себер көсө"н эшләтеп ебәрҙе

Рәсәй Президенты телекүпер режимында "Себер көсө" газ үткәргесен сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты. Беҙҙең тәбиғи газ Ҡытайға юллана. Әйткәндәй, церемонияла Ҡытай республикаһының рәйесе Си Цзиньпин да сәләмләне.

Рәсәй газын Ҡытайға һатыу тураһында килешеү 2014 йылдың майында төҙөлгәйне. "Газпром" һәм Ҡытай милли нефть-газ корпорацияһы был юҫыҡта 30 йыл хеҙмәттәшлек итәсәк. Йылына 38 миллиард кубометр "зәңгәр яғыулыҡ" экспортлау күҙаллана.

3000 километрға һуҙылған газ торбаһы Иркутск өлкәһе, Саха Яҡут республикаһы, Амур өлкәһе аша үтә.

- Нихао! Добрый день! Здравствуйте! - тип сәләмләне Владимир Путин. Һәм был ваҡиғаның бик әһәмиәтле, тарихи көн булыуын билдәләне. Проект ғәмәлгә ашырылыуы ситкә һатыу өсөн генә түгел, ә Амур өлкәһендә эшләйәсәк һәм донъяға ҡеүәте менән таныласаҡ газ эшкәртеү заводы өсөн дә мөһим.

Газ үткәргес "Атаман" компрессор станцияһынан асылды. Тәүҙә, әлбиттә, Владимир Путиндан рөхсәт алынды.

- Разрешаю. Начинайте, - тине Президент. Кран асылды һәм Ҡытайға газ үтә башланы. Был ваҡытта унда Рәсәй газын ҡабул итергә әҙерлек белдерелде.

- Поехали! - тине Си Цзиньпин әфәнде.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-Seber-k-s-n-eshl-tep-eb-r-e-24759/

Читайте нас: