Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2019, 17:10

Тораҡ пункттарҙың эстетикаһы йылы: төп дүрт йүнәлеш

Беләһегеҙ, киләһе йылда Башҡортостанда Тораҡ пункттарҙың эстетикаһы йылы иғлан ителәсәк. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә маҡсатлы йылдың төп дүрт йүнәлеше аталды.

Вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, был йылда газондар эшләүгә, тротуарҙарҙы йүнәтеүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға, ҡоймалар ҡуйыуға айырыуса иғтибар итәсәктәр.

Тораҡ пункттарҙың (ҡасабаларҙың) тышҡы йөҙө берҙәм стандартҡа тура килтереләсәк. Министрлыҡта проектты ғәмәлгә ашырыу планы төҙөлә.

Радий Хәбиров та эште тиҙәйтергә ҡушты:

- Задача министерства — в кратчайшие сроки обозначить главам муниципалитетов параметры работ. Все должно начинаться с капитальной уборки территории. Мы должны пробудить инициативу наших жителей. Они сами должны поучаствовать в этой большой работе.

Фото: Юлай Кәримов.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tora-punkttar-i-estetika-i-yili-t-p-d-rt-y-n-lesh-25303/

Читайте нас: