Заманса ҡала һәм ҡасабалар хәҙер эҫе һыу, ҙур супермаркеттар һәм ял көндәрендә театрға йөрөү мөмкинлеген генә аңлатмай. Тәү сиратта, заманса ҡала – һәр кем өсөн йәшәү уңайлы булған биләмә. Унда йәшеллек — күп, юлдар — киң һәм соҡорһоҙ, кешеләр туҡланыу урындарының ғына түгел, ихлас күңелдән ял итеү мөмкинлеге биргән парктар, ял урындары, сәнғәт һәм мәҙәниәт объекттарының күплегенә ҡыуана.
Уңайлы ҡалала А нөктәһенән Б-ға тиклем кем нисек теләй – шулай бара ала: теләһәң, үҙеңдең автомобилеңдә (һәм уны ҡайҙа ҡалдырам тип борсолмайһың, парковка эҙләп аптыранмайһың), уңайлы йәмәғәт транспортында, хатта велосипедта ла мөмкин (бына — махсус юл һыҙаты). XXI быуат ҡалаһында йәки ауылында һәр кем – физик йәһәттән әҙерлекле спортсы ла, коляскала ултырырға мәжбүр инвалид та – бер тиң. Ҡаршылыҡтар булмаған өсөн түгел, уңайлы шарттар тыуҙырылған өсөн.
Быларҙың күбеһе беҙҙә юҡ – быны танырға тейешбеҙ, сөнки әлеге эштәрҙе яңы ғына башланыҡ, бармаҡ сирткәндән генә проблема хәл ителмәй.
Хәҙерге көндә бер кем дә быяла һәм бетондан «таш джунгли» кеүек ҡалалар төҙөү яҡлы түгел. Киреһенсә, бөгөн һәр кем уңайлы һәм хәүефһеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле архитектураға эйә мөхит тыуҙырыу яҡлы. Унда йәшәү һәм эшләү, балалар үҫтереү һәм тәрбиәләү, спорт йәки берәй хобби менән шөғөлләнеү – бәхет кенә.
– Беҙҙең бурыс – ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү менән генә сикләнмәй, уларҙа заманса уңайлылыҡ һәм хәүеф-һеҙлек талаптарына яуап биргән, барлыҡ йәштәгеләр өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы урындар булдырырға тейешбеҙ, – ти республика Хөкүмәте вице-премьеры – Баш-ҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Башҡорт ихаталары кешеләр нисек теләй, шундай булырға тейеш
Беләһегеҙме, һеҙҙең ололар өсөн ҡуйылған ике эскәмйә һәм балалар өсөн тәғәйен иҫке генә бәүелсәк менән ҡомлоғо булған ихатағыҙ бик матур биләмәгә әйләнә ала. Унда спорт, әүҙем ял менән шөғөлләнеү, төрлө йәштәге балаларға уйын өсөн майҙансыҡтар булдырырға мөмкин. Һәр ихата сәләмәтлеге йәһәтенән мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн дә уңайлы буласаҡ. Уның нисек булырын йортта йәшәүселәр урындағы власть вәкилдәре һәм эксперт комиссияһы менән берлектә хәл итә. Был эштәр балаларыбыҙ уйнаған ихаталарҙы уңайлы ғына түгел, матур һәм төрлө-төрлө итеү мөмкинлеге бирәсәк! Йәғни, беҙ бер төрлөлөктән ҡотоласаҡбыҙ, шул уҡ ваҡытта сифат өсөн берҙәм талаптарҙы ла һаҡлаясаҡбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров уйын майҙансыҡтарында тимер сылбырлы бәүелсәктәр булмаясағы тураһында бер нисә тапҡыр әйтте, сөнки улар бик ҡур-ҡыныс, йыл һайын меңдәрсә бала йәрәхәтләнә. Бәүелсәктәрҙең тотонғостарын йомшаҡ материалдан эшләү йөҙ тапҡыр хәүефһеҙерәк. Балалар майҙансыҡтарының япмаһы хәҙер тик резина онтаҡтарынан эшләнә, бала ҡолаһа ла, асфальтҡа төшкән кеүек ҡурҡыныс түгел.
Йәки бына икенсе мәсьәлә – йылдар буйы ихатала торған иҫке машиналар. Улар барыһына ла – йортта йәшәүселәргә лә, урамдарҙы таҙартыусы коммуналь хеҙмәттәргә лә ҡамасаулай. Быйыл власть тейешле закон ҡабул итеп, бындай «сүп-сар» махсус туҡталҡаларға сығарыла башланы. Бер ҡараһаң, ваҡ эш кеүек, әммә тап ана шундай бәләкәй әйберҙәрҙән уңайлы донъя барлыҡҡа килә.
Ихатағыҙҙы төҙөкләндереү өсөн һеҙгә «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашырға кәрәк. Программа сиктәрендә һеҙгә балалар майҙансығы, сүп-сар контейнерҙары өсөн урын, туҡталҡа эшләйәсәктәр, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуясаҡтар, ихата йәшелләндереләсәк һәм яҡтыртыласаҡ. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса төбәктең Финанс министрлығы быйыл әлеге йүнәлештәге эштәргә былтырғыға ҡарағанда өс тапҡыр ҙурыраҡ сумма – 1,7 миллиард һум бүләсәк. Киләһе өс йылда 3,8 миллиард һум тотоноу күҙаллана. Программа 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Киләһе йылға эштәр күләме әҙер. Программала ҡайһы ихаталарҙың ҡатнашыуын һәр кем үҙе йәшәгән урындағы хакимиәттең сайтынан ҡарай ала. Әлегә һеҙгә артабанғы йылдарға төҙөләсәк исемлеккә инеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн торлаҡ милекселәре идарасы компания һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре ҡатнашлығында йыйылыш уҙғарырға тейеш. Йортта йәшәүселәр программала ҡатнашыуын раҫлай һәм план-проект төҙөй, йәғни ҡай-ҙа нимә урынлашырын хәл итә. Йыйылышта раҫланған проектты урындағы хакимиәткә алып барырға кәрәк.
Мин йәшәгән йорт матур булырға тейеш
Быйыл Башҡортостан тарихта тәүге тапҡыр подъездарҙы ремонтлауға аҡса бүлде: йыл һайын – миллиард һум. Элек беҙ ремонт өсөн үҙебеҙ түләнек, етмәһә, уны йылдар буйы көттөк. Ябай миҫал: быйыл ғына Өфөлә 1288 подъезд ремонтлан-ған, был алдағы өс йылды бергә һанағанға ҡарағанда ла күберәк!
Әлегә барыһы ла шыма ғына бармай: эштәрҙе башҡарыусы күп кенә подрядсылар уларға төп талап сифат булыуын һәм торлаҡ милекселәренең ҡултамғаһынан тыш эште ҡабул итмәүҙәрен, аҡса түләмәүҙәрен аңлап етмәй.
– Коллегаларыма заманса ихатаның ниндәй булырға тейеш икәнлеген оҙаҡ аңлатырға тура килде. Әкренләп барыһы ла яйға һалына кеүек. Быйыл 404 ихатаны төҙөкләндерәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – бер нисә йыл эсендә республиканың барлыҡ ихаталарын тәртипкә килтереү, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Уңайлы ҡалала йәшәү ҙә рәхәт!
Ҡала – ул беҙ йәшәгән йорт йәки ихата ғына түгел. Башҡортостанда киләһе биш йылда 500 самаһы йәмәғәт биләмәһе – парктар, скверҙар, яр буйҙары, йәғни кешеләр ял иткән урындар төҙөкләндереләсәк. Әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эштәр башланды. Ҡайһы урынды тәртипкә килтерергә кәрәклекте халыҡ үҙе хәл итте – хакимиәттәр тауыш биреү ойошторҙо. Парк- тарҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скульптуралар урынлаштырыла, йүгереү һәм йәйәү йөрөү өсөн юлдар һалына, ял биләмәләре булдырыла, ағастар ултыртыла.
Мәҫәлән, быйыл күп кенә район һәм ҡалаларҙа тәүге тапҡыр йәмәғәт урындарын, ихаталарҙы, мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрен йәшелләндереү буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте. Урындағы власть органдары ҡарағай, шыршы, йүкә, ҡайын, ҡарама кеүек ағас үҫентеләре һатып алды, ә халыҡ уларҙы ултыртты. Был сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Һөҙөмтәлә акцияға йөҙәр мең кеше ҡушылды.
Шулай уҡ Башҡортостанда ауыл урамдарын яҡтыртыу программаһы киренән тергеҙелде. Хәбировтың ҡушыуына ярашлы, мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына илткән барлыҡ юлдар ҙа мотлаҡ яҡтыртылыр-ға тейеш. Яңы бағаналар ҡуйыуға һәм 140 мең фонарь һатып алыуға Башҡортостан 500 миллион һум бүләсәк.
Уңайлы тормош мәҙәниәте төҙөкләндереү менән генә сикләнмәй. Дәүләт менән бергә был эшкә бизнес та тартыла: хәҙер төҙөүселәр йорт төҙөлөшөн планлаштыр-ғанда пандустар, балалар майҙансыҡтары, туҡталҡалар булдырыуҙы ла иҫәпкә ала. Сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү ойошмалары ла үҙ биләмәләрен уңайлыраҡ итергә – пандустар, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәләре ҡуйырға, залдарҙа балалар өсөн уйын биләмәләре булды-рырға тырыша. Матур һәм уңайлы ерҙә йәшәү күпкә күңеллерәк һәм рәхәтерәк булыуы – бәхәсһеҙ!