Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2019, 11:20

Республика һәр төрлө хеҙмәттәшлек төрөнә асыҡ

Радий Хәбиров бөгөн Бахрейн Батшалығы Юғары советының ислам эштәре президенты шейх Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә һәм Бахрейн Батшалығының Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Сәити менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар Башҡортостанға «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң 5-се ултырышына килде.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республика һәр төрлө хеҙмәттәшлек төрөнә асыҡ. Бахрейн батшалығы вәкилдәре лә үҙҙәренең хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Әле ике яҡ төрлө өлкәлә тикшеренеүҙәр үткәрергә һәм киләсәктә килешеү төҙөргә һөйләште.
https://bash.news/news/110898_respublika_r_trl_xemttshlek_trn_asy?lang=bash
Читайте нас: