Белһәгеҙ, 1,5 - 3 йәшлек балалар өсөн ай һайын 50 һум (!!!) аҡса алып ятыусылар ҙа бар. Шул хәҙер булмаясаҡ. Йәғни, Путин ҡултамғаһы менән 2020 йылдың 1 ғинуарынан бөтөрөлә.
Әле яңы документ йыйып алып барып биргән булһағыҙ, ул ваҡыты үткәнсегә тиклем түләнәсәк.
Ҡайғырмағыҙ! Быйыл йәй Президент Хөкүмәткә яңы йыл башынан әҙ килемле ғаиләләргә 1,5 - 3 йәшлек балаһы өсөн ай һайын йәшәү минимумы күләмендә аҡса түләргә әҙерләнергә ҡушҡайны. Тиҙ арала эш эшләнде, аҡса табылды (2020 йыл өсөн - 74,9 млрд һум), закон сыҡты. 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инәсәк.
Ай һайын 50 һум аҡса алыуҙар осоро тамамланды. "Төбө-тамыры" менән тартып алыу ваҡыты етте. Һау-сәләмәт сабыйҙар күберәк тыуһын!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Prezident-balalar-a-ayli-t-l--e-b-t-r-20582/