Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2019, 10:45

Өфөлә "Агробизнес мәктәбе" асыласаҡ

Ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерҙарҙы үҫтереү өлкәһендә компетенциялар үҙәге БР Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә "Агробизнес мәктәбе" аса. Унда тармаҡта үҙҙәренең бизнес проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәр уҡый ала. Дәрестәр Өфөлә 10-13 декабрҙә уҙасаҡ. Уҡытыу бушлай, аҙаҡтан сертификаттар биреләсәк.

Был проект республикала өсөнсө йыл эшләй. Унда эшен яңы башлаусылар менән тәжрибәле эшҡыуарҙар ҡатнаша аласаҡ. Уларға бизнесты заманса алып барыу, үҙ-үҙеңде үҫтереү белемдәре биреләсәк.

- Республикала кооперация хәрәкәте үҫеш ала. Әле беҙҙә 323 ауыл хужалығы кооперативы эшләй, 10 ай эсендә уларҙың тулайым әйләнеше бер миллиард һумдан ашҡан. Кооперативтарҙың һәм фермерҙарҙың һөҙөмтәле эшләүе уларҙың етәкселәре белем кимәле һәм компетентлығынан да бәйле. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ быға тиклем бер нисә йыл эшләп килгән "Фермер мәктәбе"н үҙгәрттек һәм "Агробизнес мәктәбе" иттек. Уның программаһы предметлыраҡ һәм практикаға нығыраҡ йүнәлгән, — тип белдерҙе БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев.

Лекциялар һәм тренингылар баш ҡалала дүрт көн дауамында иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем уҙасаҡ. Лекторҙары - БР власть органдары етәкселәре, әйҙәүсе бизнес тренерҙары һәм консультанттары, практикалаусы агробизнесмендар.

"Агробизнес мәктәбе" партнерҙары - БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың йәш депутаттар һәм эшҡыуарҙары ассоциациялары.

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 291 26 67

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l--Agrobiznes-m-kt-be-asilasa-20456/

Читайте нас: