Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2019, 10:50

Баймаҡта йәмәғәт объекттары “зәңгәр яғыулыҡ” ҡа тоташты

Республика инвестиция программаһына ярашлы эштәр әҙүем бара. Яңыраҡ ошо проектҡа ярашлы Баймаҡ районының Сәйғәфәр һәм Аҡморон ауылдарындағы социаль объекттар зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты.

Сәйғәфәр ауылы мәктәбендә 60 уҡыусы белем ала. Ә балалар баҡсаһына 20-ләп мәктәпкәсә йәштәге балалар йөрөй һәм шулай уҡ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы. Хәҙер инде улар һәр ваҡыт йылы, яҡты бүлмәләрҙә шөғөлләнәсәк. Яңыраҡ мәғариф учрежденияһ “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды.

Райондың Аҡморон ауылы мәҙәниәт йорто ла тәбиғи яғыулыҡ ярҙамында йылытыла.

Киләсәкккә планда тағы ла бер нисә ауылдағы социаль обекттарҙы газға тоташтырыу күҙаллана.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-ta-y-m--t-obekttari-z-g-r-ya-iuli--a-totashti-20639/

Читайте нас: