Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2019, 08:45

Владимир Путин түләүле юлды аса

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү менән Санкт-Петербург араһындағы М-11 түләүле трассаһын асыу тантанаһында ҡатнаша.

Президенттың тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов әйтеүенсә, 700 саҡрымлыҡ түләүле юлды ай аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. М-11 Мәскәү-Петербург автомобиль юлы МКАД-тан башланып Санкт-Петербург тирәләй һалынған Ҡулса автомобиль юлына барып тоташа. “Автодор” башлығы Вячеслав Петушенко, М-11 трассаһынан йөрөү хаҡы яҡынса ике мең һумға төшәсәк, тип белдерҙе.
#ВладимирПутин
Фото: car.ru
Читайте нас: