Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2019, 22:15

БР урман хужалығы министры билдәле булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән БР урман хужалығы министры итеп Марат Шәрәфетдинов тәғәйенләнде.

Белешмә:
Шәрәфетдинов Марат Искәндәр улы 1975 йылдың 21 февралендә Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Йәрмәкәй колхоз-ара күсмә механизацияланған колоннаһының кирбес заводы хеҙмәткәре булып башлай. Аҙаҡ урмансылыҡ йүнәлеше буйынса төрлө вазифаларҙы атҡара.
2008-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге баш консультанты, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары, урман хужалығы министры булып эшләгән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/BR-urman-hugali-i-ministri-bild-le-buldi-16869/
Читайте нас: