— Тыңлауҙарҙың ошолай үтеүе ҡот осҡос. Был - беҙҙең республикаға, командаға баҫым. Мин дә хайуандарҙы яратам, ябыҡ урында йәшәүҙең насар икәнен аңлайым. Ләкин дельфиндарҙы ҡайҙалыр тотоп, шунан һуң бында алып килмәйҙәр бит. Улар шундай урында йәшәп өйрәнгән дельфиндар булыр, моғайын. Минең ҡарашым ике төрлө. Хәҙерге йәмғиәттә хис-тойғолар һәм популярлыҡ яулау теләге күп. Шуға күрә мин, беҙ дельфиндарҙы үлтерәбеҙ, тип раҫлаған кешеләрҙең компетентлығына һәм ихласлығына бик ышанмайым. Әле шулай хәл иттем: һорау бар икән, Өлфәт Мансур улы команда йыйып, ошо турала һөйләшергә теләгәндәр менән осрашыу үткәрер. Бәлки, ниндәйҙер аҡыллы фекергә килерҙәр, - тине Хәбиров.