Кремлдә әйтеүҙәренсә, форум Рәсәй иҡтисадына капитал йәлеп итеү, инвестиция шарттарын яҡшыртыу һәм илдең тышҡы иҡтисади һәм эшлекле бәйләнештәрен үҫтереү буйынса төп сараны тәшкил итә. Ул 2009 йылдан көҙ һайын уҙғарыла.
Форумда Рәсәйҙең власть органдары, ҙур халыҡ-ара корпорациялар һәм төп компаниялар вәкилдәре ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин бөтә форумдарҙың пленар ултырыштарында сығыш яһаны: 2009-2011 йылдарҙа – Премьер-министр, унан һуң – Рәсәй Президенты булараҡ.
Мәскәүҙәге төп ултырыштарҙан тыш, форум күсмә сессиялар ҙа үткәрә. Мәҫәлән, ошондай сессия 2009, 2011-2013 һәм 2017 йылдарҙа – Лондонда, 2013 йылда иһә Нью-Йоркта уҙғарылды.