Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ноябрь 2019, 23:05

Бөрйән районы өсөн ҡояш электр станцияһы төҙөлөшө дауам итә

Уның яҡынса хаҡы бер миллиард һум тәшкил итә. Был станцияның аккумулятор менән булыуы – Рәсәйҙә тәүге тәжрибә. 10 мегаватлыҡ станция киләсәктә төбәктең электр хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында эшләнә. Урындағы халыҡҡа яңы эш урынын булдырып ҡына ҡалмай, район үҫешенә ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә.

Иҫке Собханғолда ғына түгел, ғөмүмән, Бөрйән районында ауылдарында электр энергияһын файҙаланыуға күҙәтелгән өҙөклөктәр артта ҡаласаҡ тип әйтергә мөмкин. Район үҙәгенән бер саҡрым алыҫлыҡта ҡояш электр станцияһын төҙөү тамамланыу өҫтөндә. Бында етештерелгән электр ҡеүәте тотош төбәкте тәьмин итеү көсөнә эйә буласаҡ.

Бындай күләмдәге проект республикала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә юҡ кимәлдә. 10 мегаватт ҡеүәтен етештерәсәк станция социаль объекттарҙы ғына түгел, Бөрйән районы ауылдарын да электр уты менән тәьмин итәсәк. Өҫтәүенә, ул болотло көндәрҙә лә көс йыйып ултырыу үҙенсәлегенә эйә.

Инвестиция проектының Бөрйән районында тәүгә тормошҡа ашырылыуы. 30 гектар майҙанды биләгән электр станцияһының яҡынса хаҡы бер миллиард һум тәшкил итә.

Инвестор өсөн был объект республикала беренсегә эшләмәй. Быға тиклем ҡояш электр станцияһы Хәйбулла, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарында тормошҡа ашырылған. Бөрйәндәгеһе тест режимында декабрҙә ебәреү ҡаралған. Ә рәсми рәүештә киләһе йылдың яҙында эш башлаясаҡ. Шуға ла бөрйәндәргә бынан ары электр утһыҙ ултырырға тура килмәйәсәк.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: