Был Европа иленең тоҡомло кәзә аҫрау буйынса ассоциацияһы, ”ДеЛаваль” йәмғиәте менән Башҡортостандың Ит союзы һәм “СБТ-Агро” йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө.
“СБТ-Агро” Өфө районында 500 баш кәзә өсөн ферманың беренсе корпусын төҙөгән дә инде. Эксперименталь рәүештә сыр ҡайнатыу цехы ла асылған. Кәзә һөтөнән башҡа продукция ла етештерелә.
Бында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып кәзә малы селекцияһы һәм генетикаһы инновация үҙәге булдырырға ниәтләйҙәр. Планда – 5000 баш һауын кәзәһе аҫрауға һәм йылына 8000 тонна кәзә һөтө етештереүгә иҫәпләнгән заманса малсылыҡ комплексы төҙөү.
Ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙә хеҙмәттәшлек талаптары күрһәтелгән. Шуға ярашлы, Австриянан тоҡомло мал алыу, персоналды уҡытыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа ҡаралған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Avstriya-men-n-berg--auin-k-z-l-re-a-rayasa-bi-15957/