Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь 2019, 09:20

Владимир Путиндың эшмәкәрлеге бөтәһенә лә оҡшаймы?

“Левада-үҙәк” 24–30 октябрҙә илдең 50 төбәгендә 1616 кеше менән әңгәмәләшеп, Рәсәй Президентының эшмәкәрлегенә баһа алды.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, рәсәйҙәрҙең 70 проценты Владимир Путинды һәр йәһәттән хуплай. Сарала ҡатнашҡандарҙың 26 проценты был һорауға “Путиндың эш итеүе оҡшай, әлбиттә”, тағы ла 44 проценты “күпселек осраҡта оҡшай”, – тип яуапланы.
Владимир Путинға мөнәсәбәт тураһындағы һорауға күптәр ыңғай яуап бирҙе, ә һигеҙ проценты уға һоҡланыуын белдерҙе.
#ВладимирПутин
Фото: msn.comhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Vladimir-Putindi-eshm-k-rlege-b-t-en-l-o-shaymi-12944/
Читайте нас: