Төбәк Башлығы республика 2020 йылда һигеҙ йүнәлештәге авиарейстарҙы субсидиялауға 180 миллион һум бүленеүе хаҡында белдерҙе, йәғни Ырымбур, Һамар, Түбәнге Новгород, Пермь, Волгоград, Минеральные воды, Дондағы Ростов, Краснодар йүнәлешендәге рейстар ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ ул төбәк авиаташыуҙар селтәрен киңәйтеү маҡсатында, тағы ла алты йүнәлеште субсидиялауға федераль ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән Александр Нередькоға мөрәжәғәт итте.
Радий Хәбиров “Өфө” халыҡ-ара аэропорт хеҙмәтләндергән пассажирҙар һаны йылдан-йыл арта барыуы тураһында ла һөйләне. Был күрһәткес өс миллион кешенән артып киткән. Ошоға бәйле киләсәктә, самолет төшкән юлдарҙы яңыртыу һәм перронды киңәйтеүҙе күҙ уңында тотоп, аэропорттың аэродром комплексын реконструкциялау талап ителеүе хаҡында һөйләшеүҙәр булды.