Үҙәк банк вәкиле аңлатыуынса, 50 һумлыҡ аҡса сығарыу өсөн сәй-ҡәһүә, тәмлекәстәр кеүек әйберҙәрҙе һатыу өсөн автоматтар - вендинг индустрияһы вәкилдәре сығыш яһай. Улар бындай аҡса менән эре купюраларҙы ваҡлап бирәсәк.
Яңы аҡса сығарғанда уның 20-30 йыл булһа ла хеҙмәт итәсәгенә ышанырға кәрәк, тип билдәләне Владимир Демиденко. Был арауыҡ аҡса һуғыу буйынса инвестицияларҙы ҡапларға мөмкинлек бирәсәк.
Әле Үҙәк банк ошо мәсьәләне өйрәнә. Әгәр 50 һумлыҡ тимер аҡсаға ихтыяж бар икән, уларҙы сығара башлауҙары ихтимал.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/50-umli-timer-t-k-l-r-barli-a-kilerme-15010/