Санкциялар сәбәпле, проект партнерҙары нефтехимия үҫеше программаһынан баш тартырға мәжбүр булған. Һөҙөмтәлә программаны үҙгәртергә тура килгән, ошо сәбәпле төҙөлөш тотҡарланған, дәүләттән ярҙам кәрәк. Тейешле документтар 10 декабргә тиклем әҙер булырға тейеш.