Стэрлебаш шишмэлере
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь 2019, 22:10
Башҡортостанда төп күрһәткестәр буйынса үҫеш көтөлә
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бюджет тураһындағы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары уҙҙы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов киләһе йылдарға социаль-иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы. Бюджет проекты өс йүнәлеш буйынса әҙерләнгән. “Төп документҡа ярашлы алдағы йылдарҙа бөтә тармаҡтарҙа үҫеш фаразлана”, - тине Рөстәм Моратов.
Бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала. Һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарифҡа күберәк аҡса бүленә. “Эш хаҡы инфляциянан йылдамыраҡ арта барасаҡ”, - тине Рөстәм Моратов.
Бюджет тураһындағы закон проекты эстәлеге менән интернетта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?